Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТ ЕГЕҮ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

Просмотров: 1823

АТ ЕГЕҮ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда атты егеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар тупланмаһы (ҡара: Артмаҡлы-менге транспорт, Егеүле транспорт). Башҡорттарҙа А.е.к.‑я. яһау традициялары күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) ихтыяждарына, яу сәнғәте (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) барлыҡҡа килеү һәм үҫешеүгә бәйле була. А.е.к.‑я. яһау өсөн ағас, күн (ҡара: Күн эше), металл киң файҙаланылған. Һыбай йөрөү өсөн А.е.к.‑я. төп өлөштәрен башлыҡтан, моронһалыҡтан һәм оҙон теҙгендән торған нуҡта, ауыҙлыҡ м‑н йүгән, эйәр, сергеһе (туҡым) м‑н үңлек, айыл (тартма), өҙәңге, күмелдерек һәм ҡойошҡан, ҡанъяға, ҡамсы тәшкил иткән. Нуҡта һәм йүгәндәр Башҡортостандың дала райондарында, нигеҙҙә, ҡайыштан йәки ишелгән ат ҡылынан, тау-урман райондарында йүкәнән эшләнгән. Ике ҡушма ауыҙлыҡтан һәм шыуып йөрөүсе балдаҡтарҙан торған йүгәндәр киң таралған, S рәүешендәге йәки үҙәк кеүек псалийлы ауыҙлыҡтар осраған. Йүгәнде һырлап һәм семәр баҫып, көмөш йүгертелгән металл өҫтәмәләр, ҡайһы ваҡыт төҫлө быяла һәм таш ҡаштар ҡуйылған, нәҙек ҡайыштан суҡтар тағылған айылдар (көмбәҙ рәүешендәге айылдар айырылып торған) м‑н биҙәгәндәр. Эйәр ҡапталы һәм ҡашағаһын (ҡашын) яһау өсөн башлыса ҡайын ороһон файҙаланғандар; бөтөн үҙағастан эшләнгән эйәрҙәр осраған. Эйәрҙәр ҡашаға, ҡаптал формаһы һәм биҙәлеше м‑н айырылған: алғы ҡашын бейегерәк эшләгәндәр, ҡайһы ваҡыт ҡош, йәнлек йәки йылан башы рәүешендә юнғандар, йыш ҡына уны вертикаль рәүештә, артҡыһын тәпәшерәк һәм ауышыраҡ ҡуйғандар. Ир‑егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларға тәғәйенләнгән эйәрҙәр булған. Ҡатын-ҡыҙ эйәренең алғы ҡашы — киң һәм бейек (нигеҙҙә, ярым түңәрәк), артҡыһы ныҡ ауышлыҡ м‑н тәпәш итеп яһалған. Эйәрҙең алғы ҡашағаһы геометрик орнаментлы семәр, ярым ай рәүешендәге металл өҫтәмәләр м‑н, көмөш йүгертеп, сәскә-үҫемлек орнаменты, ҡусҡар биҙәге төшөрөп биҙәлгән. Өҙәңге тимерҙән эшләнгән, ҡайһы ваҡыт көмөш һыр м‑н биҙәкләнгән; оронан ҡырҡып яһалғандары осраған (йөрәк рәүешендә бөтөн йәки аҫҡы мөйөштәре түңәрәкләтелеп өсмөйөшләп бөгөлгән). Үңлек һәм серге (туҡым) эшләгәндә кейеҙ, күн, йөн һ.б. ҡулланылған. Үңлекте, ғәҙәттә, кәзә дебетенән баҫылған ҡалын кейеҙҙән, сергене сергетыш йәки буҫтау м‑н тышланған кейеҙҙән яһағандар. Ҡатын-ҡыҙ эйәренең сергеһен аппликация, сигеү һ.б. м‑н биҙәгәндәр, туй тантанаһы өсөн бай итеп биҙәлгән сергеләр бик затлы күренгән. Айыл, күмелдерек, ҡойошҡан, ҡамсыны ҡайыштан яһағандар, киндер йәки йүкәнән ишкәндәр. Йөк ташыу өсөн ҙурлығы м‑н айырылып торған махсус артмаҡ эйәрен файҙаланғандар. Егеү төрөнә ҡарап, ҡамыт-дуғаны бер ат һәм пар ат өсөн, ш. уҡ дуғалы һәм дуғаһыҙ төрҙәргә бүлеп йөрөткәндәр. Бер атты дуға м-н егеү өсөн ҡолаҡбаулы (ҡамыт баулы) һәм тамаҡбаулы ҡамыт, айыллы ыңғырсаҡ, арҡалыҡ, бауырлыҡ, дуға, ышлыя, ауыҙлыҡ һәм теҙген м‑н йүгән, дилбегә, дуғаһыҙ егеүгә ҡамыт, мисәү, ҡолаҡһа кәрәк. Пар атты һыңар тәртә м‑н егеү өсөн ҡамыттар, күмелдерек, мисәүҙәр, ышлыялар, ауыҙлыҡтар м‑н йүгәндәр һәм пар дилбегә ҡулланылған. Һөйрәткеле пар ат еккәндә, ағас ҡамытты аттың муйынына кейҙереп, һыңар тәртәгә беркеткәндәр.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019