Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЙӘР‑ӨПСӨН ЭШЕ

Просмотров: 2302

ЭЙӘР‑ӨПСӨН ЭШЕ, ат егеү кәрәк‑ярағының, ғәскәри һәм һунар амуницияһының (ҡара: Ҡорал) төрлө элементтарын эшләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл (ҡара: Һөнәрселек). Башҡортостандың Урал аръяғында һәм төньяҡ‑көнсығыш райондарында таралған була. Тауар‑аҡса мөнәсәбәттәре үҫешкәндән һуң һөнәрселек кәсебенә әүерелә, күп оҫталар ҡайыш әйберҙәрҙе заказға йәки йәрминкәләрҙә һатыу өсөн эшләй башлай. Күнселәр (күн эшләү оҫталары) башлыса йылҡының (һирәгерәк һыйыр һәм ваҡ малдың) эшкәртелгән тиреһен, ат ҡылын, тарамышын, һуңыраҡ күн заводтары продукцияһын ҡуллана. Күндән (ҡара: Күн эше) йүгән һәм нуҡта, айыллы (тартмалы) эйәр, ҡолоҡбау, күмелдерек (түшлек), ҡойошҡан, теҙген, эйәрҙең һ.б. айырым өлөштәрен, ҡамсы, сыбыртҡы, ғәскәри һәм һунар кәрәк‑ярағы (һаҙаҡтар, ян ҡаплауҙары, патронташ, йәҙрә һәм дары өсөн янсыҡтар, ҡылыс һәм бысаҡ ҡындары, ҡалҡандар) эшләгәндәр. Күн таҫмаларҙан солоҡсолоҡ кәрәк‑яраҡтары өсөн кирәмдәр һәм арҡандар, ҡәмәрҙәр, бүрегә һунар итеү өсөн туйырҙар, тартмалар, түшлектәр, ҡо­йошҡандар өсөн ҡайыштар (ш. уҡ күн таҫмаларҙан тегелгән) үргәндәр (ҡара: Үреү). Әҙер ҡайыштарҙы дүңгәләктәр ярҙамында тоташтырып йәки бер‑береһенә тегеп, йүгәндәр, нуҡталар эшләгәндәр. Дилбегәләрҙе һәм бауҙарҙы төҫлө ат ҡылынан, һирәгерәк күндән үргәндәр (үреү м‑н башлыса ҡатын‑ҡыҙ шөғөлләнгән). Күндән ш. уҡ ҡамсылар — ябай ҡамсы, ир‑ат ҡамсыһы, армытлы ҡамсы, ту­йыр һәм кейәү ҡамсыһы эшләгәндәр. Ҡамыт‑дуғаны, ян ҡаплауҙарын, һаҙаҡтарҙы, эйәр һәм билбау ҡаптырғаларын һ.б. һырлап йәки баҫып төшөрөлгән геом. йәки сәскә‑үҫемлек орнаменттары, суҡтар (ҡара: Нәфис күн сәнғәте), сүкеп йәки ҡарайтып төшөрөлгән көмөш һәм алтын ялатылған металл өҫтәмәләр (ҡара: Нәфис металл сәнғәте), ярым аҫыл таштар һәм төҫлө быяла киҫәктәре м‑н биҙәгәндәр. Байрамдарға егелгән ат өсөн хәлле башҡорттар баҡыр һәм көмөш ялатылған өҫтәмәләр, айылдар һәм суҡтар м‑н бай итеп биҙәлгән ҡамыт‑дуға һәм ҡамсылар ҡулланған. 20 б. аҙ. Башҡортостанда йылҡысылыҡ йолаларын тергеҙеүгә бәйле биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең традицион технологияларын һәм алымдарын ҡулланып эйәр‑өпсөн әҙерләүсе оҫталар барлыҡҡа килә.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.03.2023