Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОПЫЛОВ Василий Данилович

Просмотров: 1185

КОПЫЛОВ Василий Данилович (15.6.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Алексеевский утары — 1966 й. апр., Силәбе ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зында эшләй. 1939 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. алып Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 10‑сы танк корпусы 178‑се танк бригадаһының мотоуҡсылар отделениеһы ком. сержант К. 1943 й. 23 сент. Украина ССР‑ы Монастырёк утары янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) 1947 й. тиклем “Йылайыр” с‑зында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Баймаҡ ҡ. һәм Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. урамдарға бирелгән, ш. уҡ Мораҡ а. Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Орлов В. Парень из башкирских степей //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019