Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРНИЛАЕВ Анатолий Николаевич

Просмотров: 1044

КОРНИЛАЕВ Анатолий Николаевич (16.9.1923, Пенза губ. Акшенас а. — 19.3.2011, Железнодорожный ҡ., Мәскәү өлк. Пуршево а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Полковник (1975). Б.В. һуғышында, 1956 й. Венгриялағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. (1948, Мәскәү), Советтар Союзы Маршалы Б.М.Шапошников ис. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын (Солнечногорск ҡ., 1958) тамамлаған. Совет Армияһына 1942 й. БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 й. окт. алып Көнбайыш, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 47‑се армия 317‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы батарея идаралығының взвод ком. гвардия лейт. К. 1943 й. 17 окт. Канев ҡ. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973) Орджоникидзе һәм Железнодорожный ҡҡ. эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Железнодорожный ҡ. урамға бирелгән; Рузаевка ҡ. Дан аллеяһында уға бюст ҡуйылған (2010).

 Әҙәб.: Т у х в а т у л л и н Р. Укротитель тигров //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.У.Казина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023