Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОЧКИН Пётр Георгиевич

Просмотров: 1147

КОРОЧКИН Пётр Георгиевич [12.2.1920, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байҡыбаш а. (БР‑ҙың Ҡариҙел районы) — 28.8.1944, Васлуй ҡ. янында, Румыния], артиллерист, гвардия капитаны (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү артиллерия училищеһын тамамлаған (1941). 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июненән Көнбайыш, Сталинград, Дон, 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 69‑сы гвардия уҡсылар дивизияһы 139‑сы гвардия артиллерия полкының дивизион командиры гвардия капитаны К. 1944 й. 20—28 авгусында Яссы-Кишинёв операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. К. исеме Бөрө ҡ., Ҡариҙел районы Байҡыбаш,Ҡариҙел һәм Урғыш аа. урамдарға бирелгән. Бөрө ҡ. уға һәйкәл, шунда уҡ һәм Байҡыбаш а. ул уҡыған мәктәп биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

  Әҙәб.: К а л е д и н Ф. Гордая жизнь Петра Корочкина //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022