Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРТУНОВ Алексей Кириллович

Просмотров: 978

КОРТУНОВ Алексей Кириллович (28.3.1907, Дон ғәскәре өлк. Новочеркасск ҡ. — 18.11.1973, Мәскәү), полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төньяҡ Кавказ һыу хужалығы һәм мелиорация ин‑тын (Новочеркасск, 1931), Борисово хәрби инженерҙар уч‑щеһы эргәһендәге командирҙар составын камиллаштырыу хәрби инженерҙар курстарын (Архангельск ҡ., 1941) тамамлаған. 1936 й. мартынан Үҙәк аэрогидродинамика ин‑тын (Мәскәү өлк. Стаханово ҡасабаһы) төҙөүҙә ҡатнаша. 1938 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. ғин. башлап 134‑се уҡсылар див. (Солнечногорск ҡ.) инженер хеҙмәте начальнигы. 1943 й. мартынан 1‑се Белоруссия фронтында хеҙмәт итә. Советтар Союзы Геройы исеменә 69‑сы армияның 134‑се уҡсылар див. 629‑сы уҡсылар полкы ком. полк. К. 1944 й. 29 июлендә Люцимя торама пункты (Польша) янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1948) СССР МС эргәһендәге Газ һәм нефть сығарыу пр‑тиелары төҙөлөшө б‑са баш идаралыҡтың Туймазы терр.-төҙөлөш идаралығы начальнигы. 1950—53 йй. СССР‑ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1955 й. башлап Нефть сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министры, 1957 й. — СССР МС эргәһендәге Газ сәнәғәте баш идаралығы нач., бер үк ваҡытта СССР министры, 1963 й. алып СССР‑ҙың Газ сәнәғәте б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 1965 й. — СССР‑ҙың Газ сәнәғәте, 1972 й. — СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министры. СССР ЮС‑ының 6—8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1945, 1957, 1966, 1971), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 3‑сө дәрәжә Суворов (1944), Александр Невский (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Октябрьский ҡ. урамға бирелгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: А.К.Кортунов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.02.2024