Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСОЛАПОВ Филипп Маркович

Просмотров: 1291

КОСОЛАПОВ Филипп Маркович [башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Макарович; 9.1.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Волков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1995, Чернигов ҡ., Украина], лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Икенсе Чкалов хәрби авиация штурмандар уч‑щеһын (1940), Хәрби-һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1955) тамамлаған. 1938 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Калинин, Волхов, Көнбайыш, Брянск, 1‑се Балтик буйы, 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се һауа армияһының 2‑се истребитель авиация корпусы 322‑се истребитель авиация див. 2‑се гвардия истребитель авиация полкының эскадрилья ком. гвардия өлкән лейт. К. 107 хәрби осошта (1943 й. авг. ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1957 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1959 й.) алып запаста. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 3‑сө дәрәжә Кутузов (1944), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023