Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЕШ, Илеш р-нындағы ауыл

Просмотров: 817

ИЛЕШ, Илеш р-нындағы ауыл, Ябалаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 146 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 968 кеше; 1920 – 1284; 1939 – 1213; 1959 – 757; 1989 – 424; 2002 – 436; 2010 – 409 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Шәммәт Илешев билдәле. 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы мариҙар килеп ултыра, һуңыраҡ – яһаҡлы татарҙар (аҙаҡтан улар бөтәһе лә типтәрҙәр ҡатламына күсә). 1795 й. 40 йортта 293 кеше йәшәгән, 1865 й. 126 йортта — 659 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 12 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 7 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Р.Ғ.Бикмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: