Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӘТ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 663

ИШМӘТ, Илестанбәт, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Әмзе т. юл ст. К. табан 4 км алыҫлыҡта Әмзе й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 150 кеше; 1920 — 191; 1939 — 186; 1959 — 214; 1989 — 117; 2002 — 105; 2010 — 106 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1684 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Шулай уҡ Алдығыш, Дубник, Эстанбәк исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 82 кеше йәшәгән (башҡорттар ғына теркәлгән), 1865 й. 36 йортта — 204 кеше (Илестанбәт а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған). Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: