Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНДРАКҮЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1094

ҠАНДРАКҮЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1048 кеше; 1920 — 1253; 1939 — 915; 1959 — 774; 1989 — 527; 2002 — 488; 2010 — 547 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1782 й. (керҙәшлек килешеүе 1785 й. төҙөлгән) бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 28 йортта 194 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта — 648 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡсылыҡ булған. Ғ.Х.Нафиҡов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019