Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНДРА-ҠОТОЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 883

ҠАНДРА-ҠОТОЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 — 580 кеше; 1920 — 804; 1939 — 847; 1959 — 669; 1989 — 718; 2002 — 704; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡандра урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1795 й. һәм 1816 й. араһында Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Ҡандракүл а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡотой Көҙәймәтов исеме м‑н аталған. 1865 й. 48 йортта 272 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет (1887 й. төҙөлгән), бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡсылыҡ булған. Р.М. Буранғолова, Р.М.Ғәйфуллина ошо ауылда тыуған. 

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019