Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘКӘН-ВАСИЛЬЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 789

КӘКӘН-ВАСИЛЬЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай-Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Кәкән й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 й. — 797; 1939 — 632; 1959 — 486; 1989 — 370; 2002 — 362; 2010 — 303 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Ҡарамалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, К.В.Иванов музейы бар.

Ауылға 1798 й. Бәләбәй өйәҙендә Ҡазан губ. Ядринск өйәҙе сыуаштары нигеҙ һала. Васильево (тәүге төпләнеүсе Василий Яковлев, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Василий Шурков исеменән), Кәкәнйылға исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 60 йортта 309 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019