Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕЙЕБӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 643

КЕЙЕБӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Краснохолмский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 611 кеше; 1920 — 658; 1939 — 572; 1959 — 686; 1989 — 328; 2002 — 444; 2010 — 394 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылда Ҡалтасы сорт һынау участкаһы урынлашҡан. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы терр‑яһында мариҙар нигеҙ һала, 1631 й. алып билдәле. 1795 й. 200 кеше йәшәгән, 1865 й. 91 йортта — 412 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Училище, һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, китапхана‑уҡыу бүлмәһе булған, 2 бакалея кибете теркәлгән. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019