Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

Просмотров: 725

ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Ҡалтасы р‑ны Кейебәк а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са тәжрибәләр үткәрә, Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына һәм БР‑ҙа ҡулланылышҡа индерелгән сорттарҙың орлоҡтарын етештерә. Һөрөнтө ерҙәренең майҙаны 62 га (2011). Ҡ.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына ужым арышының Чулпан 7; ужым бойҙайының — Башкирская 10, Безенчукская 380, Волжская К; тритикаленың — Башкирская короткостебельная; йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың — Боевчанка, Ирень, Новосибирская 15, Омская 35, Омская 36; арпаның — Белгородский 100, Михайловский, Челябинский 99; һолоноң — Керкур, Спринт 2, Стригунок; ҡарабойҙайҙың — Агидель, Инзерская, Светлана; борсаҡтың — Аксайский усатый 55, Памяти Хангильдина, Чишминская 95; судан үләненең — Чишминская ранняя; люцернаның Бибинур, Сарга, Уралочка сорттары һ.б. индерелгән. 2009—11 йй. Ҡ.с.һ.у. уртаса уңдырышлылыҡ (ц/га): Омская 36 яҙғы бойҙайы — 25,5; Челябинский 99 арпаһы — 26,5; Спринт 2, Стригунок һололары — 34,9.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019