Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИҘГӘНБАШ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 712

КИҘГӘНБАШ, Балтас р‑нындағы ауыл, Түбәнге Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 104 км алыҫлыҡта Киҙгән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 726 кеше; 1920 — 662; 1939 — 466; 1959 — 403; 1989 — 301; 2002 — 216; 2010 — 158 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡара-Танып улусы башҡорттары 1697 й. мишәрҙәргә яһаҡ түләү иҫәбенә биргән ерҙәрҙә 1778 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 80 йортта 438 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете теркәлгән. 60‑сы йй. К. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Үрге Урыҫ Киҙгәнбашы һәм Түб. Урыҫ Киҙгәнбашы (Покровка) аа. м‑н ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019