Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 803

КИЛӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Киләй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта Урза й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1729 кеше; 1920 — 2037; 1939 — 1532; 1959 — 850; 1989 — 495; 2002 — 550; 2010 — 498 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1735 й. алып билдәле. Һуңыраҡ бында типтәрҙәр, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары килеп ултыра. 1795 й. 9 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 144 йортта 1040 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. Г.К.Лошкарёв ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019