Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛСОРА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 720

ҠОЛСОРА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡолсора а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 324 кеше; 1920 – 491; 1939 – 255; 1959 – 308; 1989 – 405; 2002 – 458; 2010 – 429 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1801 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й.) Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Муллаҡай, Иҙрис аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡолсора Исмәғилев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡаяҙгит булараҡ теркәлгән. 1831 й. ауылда П.П.Сухтелен булып киткән. 1866 й. 49 йортта 284 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ш.Ш.Ғафаров, Р.Ә.Дәүләтшин, Ә.Ғ.Мостафин, Й.Й.Фазуллин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019