Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫМЫҘ

Просмотров: 1886

ҠЫМЫҘ, башҡорттарҙың бейә һөтөнән яһалған традицион эсемлеге (ҡара: Башҡорт аш-һыуы). Евразияның малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп кенә халыҡтарында таралған. Башҡорттар Ҡ. һирәкләп кәзә һөтөнән дә әҙерләгән. Ҡур сифатында Ҡ. һауытында тороп ҡалған сүпрә, ҡатыҡйәки уға тиклем әсетелгән Ҡ. ҡулланылған. Ҡайһы ваҡыт, көслөрәк булһын өсөн, шыттырылған бойҙай йәки аҙыраҡ ҡамыр ҡушыла. Элегерәк яңы һауылған бейә һөтөн ҙур турһыҡтарға йәки ағас көбөләргә ҡойоп, башы түңәрәк йәки әүернә рәүешендә эшләнгән бешкәк м‑н бешкәндәр. Ҡ. йыш бешеп тороу уны әҙерләүҙең төп шарттарының береһе иҫәпләнгән, ныҡ күбекләнә башлаһа, Ҡ. әҙер булған. Көбөлә күпме тороуына ҡарап, йәш (бер тәүлек йәки унан да аҙыраҡ әҙерләнгән), сөсө һәм әсе Ҡ. бүлеп йөрөтөлгән. Байрамдарҙа Ҡ. тәпәндәрҙә сығарылып, ижау м‑н ағас туҫтаҡтарға ҡойоп бирелгән. Ҡунаҡтарҙы һыйлау Ҡ. м‑н башланған һәм шуның м‑н тамамланған. Юлсыға йәки ҡәҙерле ҡунаҡҡа бер туҫтаҡ Ҡ. биреү йолаһы булған. Ҡ. үҙенең дауалау үҙенсәлектәре м‑н билдәле (ҡара: Ҡымыҙ менән дауалау).

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.01.2020
Связанные статьи: