“ИСКРА”, кинокомплекс
1739
“ИСКРА”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1970 й. Өфөлә кинотеатр булараҡ асыла, 1999 й. хәҙ. статусын ала. 7 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны 1169), 3 киноаппарат бүлмәһе, бар, кафе, ресторан бар. 2010 й. 7717 киносеанс үткәрелгән. “И.” төрлө хәйриә һәм реклама акциялары уҙғарыла. Кинокомплекс бинаһы архитектура ҡомартҡыһы һәм 20‑се б. 2‑се ярт. ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора.
Н.Н.Дьяконова
Р.Р.Абдрахманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: