Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНОТЕАТРҘАР

Просмотров: 1403

КИНОТЕАТРҘАР, кинофильмдар күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар. Кино күрһәтеүҙе тәьмин итәләр, фильмдарға реклама яһайҙар, кинофестивалдәр, кинопремьералар, тематик кино сеанстары үткәрәләр. 1908 й. Өфөлә бер нисә эшҡыуар стационар кино залдары аса: “Генераль Электро‑биограф”, “Мираж”, “Экспресс”, “Триумф”, “Сәнғәт”, “Фурор” һ.б., 1910 й. ағалы‑ҡустылы Кәримовтарҙың мосолман аудиторияһы өсөн “Йондоҙ” электротеатры эшләй башлай. Әкренләп Башҡортостандың башҡа ҡала һәм ауылдарында К. барлыҡҡа килә: 1911 й. Топорнин а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.) кино залы һәм Бәләбәй ҡ. “Вулкан” электротеатры асыла, Белорет заводында даими кино сеанстары ойошторола. 1922 й. Өфөлә “Салават”, “Аҡмулла”, “Сулпан” К., 1923 й. — “Факел”, 1924 й. Азатлыҡ паркында (хәҙ. Ленин В.И. паркы) йәйге “Иҙел” К. эшләй башлай. 1925 й. башында респ. 25 стационар кино залы була. 1932 й. “Октябрь” К. (Өфө) тауышлы фильмдар күрһәтеү өсөн яңынан йыһазландырыла, 1956 й. бында тәүге киң экранлы киноҡоролма ҡуйыла. 1948 й. “Победа” К., 1953 й. — “Родина”, 1970 й. — “Искра” һ.б. асыла, 2001—06 йй. был кинотеатрҙарҙа донъя стандарттарына ярашлы үҙгәртеүҙәр була һәм яңынан йыһазландырыу үткәрелә. Респ. 53 К. эшләй, шуларҙың 36‑һы дәүләт К. (2014).

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: