Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС КЕРАМИКА СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 16238

НӘФИС КЕРАМИКА СӘНҒӘТЕ, махсус составлы балсыҡтан яндырып эшләнгән нәфис сәнғәт әйберҙәре (фарфор, фаянс, терракота, көршәк); биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрө. Башҡортостанда неолит дәүеренән алып билдәле (ҡара: Керамика). Респ. рәссамдарының Н.к.с. м‑н ҡыҙыҡһыныуы 20 б. 50‑се йй. урталарында барлыҡҡа килә һәм Т.П.Нечаева исеменә бәйле. Ул тәүге әҫәрҙәрен фарфорҙа (ҡара: Нәфис фарфор сәнғәте), 1960 йй. декоратив һәм монументаль-декоратив керамикала ижад итә. Уның Н.к.с. төп стилистик үҙенсәлеге — әҫәрҙәрен йәмле һәм фактуралы алымдар м‑н биҙәү: “Бейеү” (1960, аҡ балсыҡ), “Яҙғы һыуҙар. Фирүзә төҫөндәге яҙ” (1982) таштабаҡтары һәм “Башҡорт һылыуҡайы” (2001; икеһе лә — шамот) декоратив һауыты. Эштәрендәге сағыу, асыҡ төҫтәр башҡ. шаршауҙары һәм балаҫы биҙәктәренә (ҡара: Балаҫ һуғыу, Туҡыусылыҡ) оҡшаш. Колориттың хәл ителешендәге активлыҡ образдарҙың мөһимлегенә баҫым яһай һәм керамика формаларын монументаль юғарылыҡҡа күтәрә (“Пугачёв менән Салауат” панноһы; 1969, шамот). 60—70‑се йй. Ф.У.Усманованың үҙенә генә хас эшләү стиле формалаша, ижадында башҡ. биҙәү-ҡулланма сәнғәте эштәренең традицион формаларына һәм орнаментына яңыса ҡараш барлыҡҡа килә (“Көнсығыш” сервизы, 1972; фарфор, глазурь өҫтөнән биҙәк). М.Ҡ.Яҡупов ижадының төп үҙенсәлеге — форма м-н эксперимент яһау: стилистик манераһына аныҡ силуэт, һүрәте б‑са__ традицион башҡ. орнаментына тартым аҙ һанлы биҙәктәрҙең бер генә төҫ м‑н төшөрөлөүе хас (“Ҡурайҙа уйнаусы” декоратив һауыты, яҡынса 1968 й.; “Шүрәле” яҡтыртҡысы, яҡынса 1972 й.; икеһе лә — шамот). 70—90‑сы йй. Н.к.с. образлы-тематик йүнәлеше киңлеге, жанрҙарҙың төрлөлөгө һәм байлығы м‑н айырылып тора; рәссамдар башлыса символикаға, метафораларға ҡоролған әҫәрҙәр ижад итә, уларҙа милли йөкмәтке лә, дөйөм кешелек контексы һалынған. Стиль йәһәтенән Н.к.с. 2 йүнәлештә үҫешә: Нечаева нигеҙ һалған рәсем һәм Яҡупов нигеҙ һалған графика сәнғәте. Н.к.с. рәсем сәнғәте йүнәлеше — В.К.Николаев, Л.А.Госачинская, И.В.Таран, М.Ф.Таран, В.Г.Деркач; графика йүнәлеше М.Н.Гульченко, М.Б.Нелюбина, Н.В.Карпова, Л.Н.Ғәлиева, З.Ш.Мусина, Р.Ә.Сәлимгәрәев, М.К.Федотова ижадтарында айырыуса сағыу һәм эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Ҡайһы берҙә керамиканың өҫтө штрихлана йәки бөтөнләй буялмай: Ф.Б.Камалованың “Ҡумыҙҙа уйнаусы ҡыҙ” декоратив скульптураһы (1987, шамот), Л.Н.Вульфсондың “Йәшерен мәғәнә өҫтәү” панноһы (1999, шамот, фарфор, ҡыҙыл балсыҡ), Госачинскаяның “Фәрештәләр ялға туҡтаған” декоратив скульптуралар серияһы (2001, шамот), Сәлимгәрәевтең “Хорҙа йырлау” декоратив скульптураһы (2002, терракота). Николаевтың әҫәрҙәрендә емелдәп торған биҙәк эффекты тонды ҡатмарлы нюансировкалау аша көсәйтелгән керамика рельефының сағыу фактураһы һөҙөмтәһендә ирешелә: “Тарих тәгәрмәсе” (1995) декоратив һауыты, “Мәжүси” вазаһы (1996; икеһе лә — шамот), “Һыңармөгөҙ” декоратив скульптураһы (2001, фаянс). И.В.Таран әҫәрҙәрендә биҙәктәр төрлө варианттарҙа осрай: контур һыҙыҡтар м‑н сикләнгән контраст сағыу төҫтәрҙе ҡулланыу (“Бейеү” декоратив композицияһы; 1994, шамот) һәм ҡуйы сағыу төҫкә буялған рельефтың тәьҫирлелеген күрһәтеү (“Сәйнүктәр” декоратив композицияһы; 2003, балсыҡ, шамот). Актив төҫтәрҙән торған керамик массаның пластик мөмкинлектәре м‑н эксперимент яһау М.Ф.Таран ижадының үҙенсәлеге булып тора: “Бюстар” композицияһы, 1992; “Ҡояшлы кәмә”, 1997 һәм “Төнгө ҡош Киви” декоратив һауыттары, 2004; бөтәһе лә — шамот). БР Н.к.с. В.Г.Кузнецова ижады ҙур урын алып тора, уның стилистик манераһы нигеҙендә — урыҫ халыҡ уйынсыҡтарының һәм боронғо Гжель биҙәгенең пластика һәм төҫ ҡанундарына яңыса ижади ҡараш, ул йыйнаҡ формаларҙа, теүәл күләмдә һәм уның колоритын оҫта хәл итеүҙә сағылыш таба. Әҫәрҙәренең персонаж прототиптары – мифологик персонаждар һәм реаль кешеләр (“Бүре”, 1990, фаянс; “Һыуһылыу”, “Һөйгәнемдән сәскә шәлкеме”, “Көтөп алынған ейәнсәр”; бөтәһе лә — 2005, шамот), улар эмоциональ ҡабул итеү йәһәтенән дә, пластик яҡтан да берҙәй хәл ителә. Гульченко әҫәрҙәренә өҫкө йөҙҙө яҫы итеп эшләү, ангобалар м‑н тыйнаҡ биҙәү һәм ҙур булмаған фарфор рельеф хас: “Йыһан” (1993) һәм “Скифтар алтыны” (1995; икеһе лә — шамот, фарфор) декоратив паннолары серияһы. Графикаға ынтылыш Нелюбинаның ижадында — һыҙаттарҙың һығылмалылығында һәм нәҙек һыҙыҡтарҙың офортҡа оҡшаш нескәлелегендә (“Ҙур балыҡ” таштабағы, “Әңгәмә” вазаһы; икеһе лә — 1997); Карпова әҫәрҙәрендә тондар нисбәтенең нәзәкәтлелегендә һәм формалар нәфислегендә (“Аҡ ханым”, “Зәңгәр инфанта”; икеһе лә — 1995; бөтәһе лә — фаянс) сағыла. Әҫәрҙәре сағыу силуэты һәм колориты м‑н айырылып торған Ғәлиеваның эштәре архаик сәнғәттең пластика мәҙәниәтен реконструкциялауға ҡоролған (“Хаким”, “Бодхисатва” скульптуралары; икеһе лә — 1990, шамот). Сәлимгәрәев декоратив элементтар сифатында йыш ҡына башҡ. орнаменты һәм мосолман каллиграфияһы мотивтарын ҡуллана (“Ҡөрьәндән хикмәтле һүҙҙәр” триптихынан таштабаҡтар, 1995, шамот). Сағыу үҙенсәлектәре м‑н билдәле булған Башҡортостандың Н.к.с. Рәсәй сәнғәтендә билдәлелек яулай. Башҡ. керамика оҫталарының әҫәрҙәре БР‑ҙың Беренсе (1997) һәм Икенсе (2002) проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә, төрлө респ., зональ һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә күрһәтелә. Н.к.с. әҫәрҙәре БДХМ, һынлы сәнғәт галереялары, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейы, Керамика музейы (икеһе лә — Мәскәү) коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно- прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2002.

 С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: