Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕРАМИКА

Просмотров: 1736

КЕРАМИКА (гр. keramike — көршәк яһау сәнғәте), балсыҡтарҙы һәм уларҙың минераль өҫтәмәләр, ш. уҡ металл оксидтары һ.б. органик булмаған берләшмәләр м‑н ҡатышмаларын яндырып уҡмаштырылған әйберҙәр һәм материалдар. Балсыҡтың һығылмалығы боронғо замандан уҡ билдәле. Тәүҙә К. төп төрө һауыт-һаба булған. Ләкин балсыҡҡа һыуға, утҡа сыҙамлыҡ һәм ныҡлыҡ биргән яндырыу неолит осоронда ғына ҡулланыла башлаған. Көньяҡ Уралда К. таш быуатта барлыҡҡа килгән. К. ҡул м-н әүәләп эшләнгән. Яһалған һауытты күләгәлә киптергәндәр, унан һуң усаҡта йәки махсус мейестәрҙә яндырғандар. Бөтә һауыттарға ла билдәле бер форма һәм биҙәк хас булған. Неолит осоронда онталған ҡабырсаҡ, ҡом, тальк, шамот ҡушылған балсыҡтан тешле штамп м‑н бәләкәй генә соҡорҙар, кәкерсәләр баҫып биҙәлгән йомортҡа рәүешендәге һауыттар яһағандар. Энеолит осоро К. түңәрәк (һирәгерәк осло) төплө, муйын сите яғалатып эшләнгән, тура яҡлы, тешле штамп баҫып төшөрөлгән горизонталь һыҙыҡтар һәм вертикаль кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән, ваҡ итеп онталған ҡабырсаҡ өҫтәп яһалған Ағиҙел мәҙәниәте һауыттарынан; йомортҡа рәүешендәге, тура яҡлы, тешле штамп баҫып биҙәлгән Суртанды мәҙәниәте һауыттарынан (слюда һәм тальк ҡатышмаһы ҡушылған) ғибәрәт. Бронза быуатында һауыттарҙың формаһы төрлө була башлай, биҙәктәре ҡатмарлаша. Етештереү өсөн тәғәйенләнгән һауыттар (иретеү туҫтаҡтары, тигелдәр) барлыҡҡа килә. Абаш мәҙәниәте К. тешле йәки осло штамп м‑н баҫылған кәкерсәк, ромб, өсмөйөш биҙәктәре төшөрөлгән, ваҡ итеп онталған ҡабырсаҡ ҡушылған балсыҡтан яһалған ҡыңғырау рәүешендәге һәм осло ҡырлы һауыттарҙан; Бура мәҙәниәте К. — геом. биҙәк төшөрөлгән, ҡом һәм шамот ҡушылған балсыҡтан яһалған банка рәүешендәге; Межа мәҙәниәте К. муйынына ҡыя һыҙыҡтар, кәкерсәктәр, һырҙар төшөрөлгән көршәк рәүешендәге (онталған ҡабырсаҡ ҡушылған) һауыттарҙан ғибәрәт. Иртә осор тимер быуатта Урта Азиянан килтерелгән көршәк К. барлыҡҡа килә. Савромат мәҙәниәте К. яурындарына бәләкәй генә соҡорло биҙәк, кәкерсәктәр төшөрөлгән, әүәләп яһалған яҫы төплө һауыттарҙан; иртә Сармат мәҙәниәте К. — яурыны кәкерсәктәр, һырҙар, өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән, әүәләп яһалған яҫы төплө көршәк рәүешендәге йәйпәк һәм хуш еҫле үләндәр төтәҫләү өсөн тәғәйенләнгән кубок рәүешендәге һауыттарҙан, бәләкәй көршәктәрҙән (тальк ҡушылған); һуң сармат мәҙәниәтенеке — әүәләп яһалған яҫы төплө тотҡалы көршәктәрҙән (ҡом ҡушылған); Ананьин мәҙәниәте К. — ишелгән бау һыры һәм соҡорло-тешле биҙәк төшөрөлгән туҫтаҡ рәүешендәге түңәрәк төплө тотҡалы көршәктәрҙән; Ҡара Абыҙ мәҙәниәте К. — өҫкө өлөшөндә бәләкәй генә соҡорло, һырлы биҙәкле түңәрәк төплө туҫтаҡ һәм көршәк рәүешендәге тотҡалы һауыттарҙан (ҡом һәм онталған ҡабырсаҡ ҡушылған); Пьяный Бор мәҙәниәте К. муйынында бәләкәй генә соҡорҙар баҫылған һыҙат һәм ауыҙы һырҙар м‑н биҙәлгән туҫтаҡ һәм көршәк рәүешендәге түңәрәк төплө тотҡалы һауыттарҙан (онталған ҡабырсаҡ ҡушып яһалған) тора. Һуң осор тимер быуат К. Бахмут мәҙәниәте һауыттарынан — тышына тотош соҡорло биҙәк баҫылған ҡыҫҡа муйынлы, түңәрәк төплө бәләкәй туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан (һуң бахмут осороноҡо — ҙур һәм тышына тотош соҡорло йәки өсмөйөшлө биҙәк төшөрөлгән, ауыҙының сите һәм муйыны һырланған һауыттарҙан); Турбаҫлы мәҙәниәте К. — йомортҡа һәм шар рәүешендәге (ҡайһы берҙәренең ауыҙына ҡыя һырҙар, горизонталь һыҙыҡтар, өсмөйөштәр баҫылған) тотҡалы, яҫы төплө көршәктәрҙән; Кушнаренко мәҙәниәте К. — ауыҙы тешле штамп м‑н баҫылған горизонталь һыҙыҡтар, ике ҡат кәкерсәктәр рәүешендәге биҙәкле түңәрәк һәм яҫы төплө тотҡалы йоҡа көршәктәрҙән; Ҡараяҡуп мәҙәниәте К. — ауыҙының сите ҡыя һыҙыҡтар, муйынында түңәрәк соҡорҙар һәм ҡабарынҡылыҡтар м‑н биҙәлгән һыҙатлы, ауыҙына һырлы биҙәктәр төшөрөлгән түңәрәк төплө көршәк рәүешендәге һауыттарҙан; Сейәлек мәҙәниәте К. бау һыры төшөрөлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан (ҡом һәм онталған ҡабырсаҡ ҡушылған) ғибәрәт.

19 б. Башҡортостанда керамик әйберҙәрҙе башлыса кирбес з‑дтары етештерә. 1877 й. Өфө губернаһында 38 кирбес з‑ды иҫәпләнгән, шуларҙан Бөрө өйәҙендә — 4, Бәләбәй өйәҙендә — 3, Златоуст өйәҙендә — 4, Минзәлә өйәҙендә — 6, Өфө өйәҙендә — 15, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 6 кирбес з‑ды. 1865 й. Өфө губ. 5 көршәк яһау оҫтаханаһы булған, шуларҙан Бәләбәй өйәҙендә — 2, Бөрө өйәҙендә — 1, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 2, 1896 й. — 15 (Стәрлетамаҡ өйәҙе — 8, Өфө өйәҙе — 7) оҫтахана. 1905 й. Ырымбур губ. 3 көршәк яһау, кирбес-көршәк яһау һәм 12 кирбес з‑ды, Өфө губ. 7 кирбес з‑ды булған. 1913 й. Өфөлә 23 кирбес з‑ды эшләгән.

Керамиканы  етештереү: сеймал составына һәм яндырыу т‑раһына ҡарап керамик изделиеларҙы һәм материалдарҙы 2 класҡа бүләләр: техник К. — һыу һеңдереүсәнлеге 0,5%‑тан ашыу булмаған, тулыһынса үртәлгән, тығыҙ, һыныу урыны ялтырап торған изделиелар һәм төҙөлөш К. — һыу һеңдереүсәнлеге 15%‑ҡа тиклем булған, күҙәүле, өлөшләтә үртәлгән изделиелар. Ике класс та эре бөртөклө, һыныу урынында структураһы бер төрлө булмаған тупаҫ К. (мәҫ., төҙөлөш һәм шамот кирбесе) һәм һыныу урынында структураһы бер төрлө, ваҡ бөртөклө һәм ярсыҡтары бер төҫтә булған нескә К. (мәҫ., фарфор, фаянс һауыт-һаба); ш. уҡ кислородлы (силикат) һәм оксидһыҙ К. бүленә. К. яһау процесына шихта әҙерләү, формалау (һығылмалы формалау, ярым ҡоро рәүештә преслау, формаларға ҡойоу һ.б.) һәм яндырыу инә. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. алып К. алыу өсөн полимер (кремний органик, фосфатлы һ.б.) бәйләүестәрҙе ҡуллана башлайҙар, уларҙы файҙаланыу керамик изделиеларҙы яндырыуһыҙ, йәғни түбән т‑раларҙа (20—600оС) термик эшкәртеү ысулы м‑н етештереү мөмкинлеге бирә. К. көнкүрештә, төҙөлөштә (ҡара: Керамик төҙөлөш материалдары), мед., машиналар эшләүҙә, биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә (ҡара: Нәфис керамика сәнғәте) һ.б. ҡулланыла. К. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. башлана. ӨАИ‑ла (ҡара: Авиация техник университеты) “Молния” ҒПБ м‑н берлектә эске яныулы двигателдәрҙең һәм газ турбиналы двигателдәрҙең ҡабыҙыу шәмдәрен яһау өсөн айырыуса ныҡ, юғары т‑раларға сыҙамлы К., 80‑се йй. ӨАИ‑ла юғары т‑рала күләмле итеп штамплау өсөн керамик штамптарҙы проектлау һәм иҫәпләүҙең нигеҙҙәре эшләнә. 1973 й. Өфө агрегат производство берекмәһендә техник К. етештереү цехы асыла (хәҙ. Өфө электротехник изделиелар з‑ды, 80‑се йй. алып ҡатылығы б‑са алмастан ғына ҡалышҡан корунд К. деталдәр сығара). 80—90‑сы йй. ӨАИ, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты, “Баш- НИПИстром” ДУП‑ы ғалимдарының фәнни хеҙмәттәре нигеҙендә “Керам” ЯСЙ‑нда (1992 й. алып, Өфө) йылылыҡ агрегаттарын футеровкалау өсөн файҙаланылған юғары глинозёмлы эҫегә сыҙамлы материалдарҙы һәм изделиеларҙы яндырыу ҡулланылмаған технология б‑са етештереү ойошторола. 1991—2002 йй. “Контакт” ЯСЙ керамик материалдарҙы ҡырҡыу өсөн СРК‑400‑500‑М моделле станоктар эшләй. Респ. “Башҡортостан фарфоры” пр‑тиеһында (Октябрьский ҡ.), Белорет, Дәүләкән, Мәләүез, Өфө, Стәрлетамаҡ, Яңауыл һ.б. төҙөлөш материалдары з‑дтарында нәфис К. сәнғәте изделиелары, көнкүреш һауыт-һабаһы, керамзит, керамик һәм төҙөлөш кирбесе, йөҙләү плиталары һ.б. сығарыла. Керамик изделиелар ш. уҡ химия аппараттарын йөҙләү өсөн, газ турбиналы һәм эске яныулы двигателдәр, ҡабыҙыу системалары, фильтрҙар һ.б. яһағанда ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Конструкция материалдары, Коррозияға сыҙамлы материалдар.

Ю.А.Морозов, Ө.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019