Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС КҮН СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 1854

НӘФИС КҮН СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, йәнлек тиреһенән әҙерләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; хәҙ. заман биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда башлыса малсылыҡ м‑н шөғөлләнеү уның көнсығышында, айырыуса Урал аръяғында, киң таралған төрлө күн әйберҙәр эшләүҙең үҫешенә булышлыҡ итә. Күн әйберҙәрҙе һәр хужалыҡта эшләгәндәр, юғары сифатлы, биҙәлгән нәфис предметтарҙы иһә оҫталар ижад иткән, Башҡортостанда урындағы художестволы традициялары м‑н билдәле һөнәрселектең формалашыуы уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Оҫталар эшләнгән әйберҙең төрөнә ярашлы махсуслашҡан. Күндән әйберҙәр яһағанда башҡорттар материалдың фактура үҙенсәлектәрен һәм тәбиғи төҫөн оҫта файҙаланған, уны эшкәртеүҙең төрлө ысулдарын (ҡара: Дуплау, Тире, Тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, Күн эше, Эйәр‑өпсөн эше) һәм биҙәүҙең техник алымдарын — баҫып төшөрөү, һирәкләп һырлау, аппликация, сигеү ҡулланған. Башҡ. оҫталарының төп хәстәре — ат егеү кәрәк‑ярағын, хәрби һәм һунар ҡоралын биҙәү була һәм уны башлыса, орнамент м‑н биҙәгәндәр, сөнки йылҡысылыҡ м‑н шөғөлләнгән башҡорттарҙың йәмғиәт иерархияһында һәм донъяға ҡарашында төп урынды һыбайлы яугир биләп торған. Башҡорттарҙың традицион биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең классик өлгөләре — сбруй, эйәр, айыл, тибенге, һунарсы муҡсаһы һәм йәҙрә м‑н дары өсөн һауыт, һаҙаҡ, йәйә ҡабы, ҡалҡан. Улар оҫта эшкәртелгән күндән яһала һәм формаларының йыйнаҡ, бай биҙәкле булыуы м‑н айырылып тора. Һаҙаҡ м‑н ҡаптар — төҫлө быяла һәм аҫылташтар, йышыраҡ аҡыҡ ҡуйып яһалған металл айылдар; йүгән, эйәрҙәр традицион биҙәктәр м‑н гравёрланған металл (ҡара: Нәфис металл сәнғәте) м‑н биҙәлгән була. Башҡорттарҙың күндән яһалған традицион әйберҙәренә биҙәктәрҙең төрлөлөгө, стилистик теүәллек һәм визуаль асыҡлыҡ һәм тулылыҡ хас; биҙәгәндә иң боронғо техника булып баҫып төшөрөү тора. Баҫылған орнаментта үҫемлек рәсеме айырыуса киң таралған мотивтарҙың береһе була (3 тажлы сәскәнән торған; йәйә ҡаптарын, һаҙаҡтарҙы, һунарсы муҡсаһын һәм һауыттарын биҙәүҙә ҡулланылған). Һирәгерәк 3 тажлы сәскә м‑н тамамланған ҡусҡар фигуралары осрай; ш. уҡ ябай геом. фигураларҙан (өсмөйөштәр, ромбтар, ярым түңәрәктәр, параллелограмдар, тура һыҙыҡтар һ.б.) ҡаймалы рамдар ҡулланылған. Ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, Көньяҡ Себер һәм Алтайҙа малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән халыҡтарҙың орнаментикаһына оҡшаш булған күнгә баҫып һалынған башҡ. биҙәктәре үҙенең график төҙөлөшө б‑са айырыла, ш. уҡ ваҡытта күн әйберҙәрҙең функциональ тәғәйенләнешендә һәм формаһында, биҙәктәрҙең композицияһында, баҫып биҙәкләү техникаһында байтаҡ уртаҡ яҡтар күҙәтелә. Баҫып биҙәк төшөрөү өсөн ағас штамп ҡулланыла, ул ике өлөштән тора: уның бер өлөшөндә — буласаҡ биҙәктең рельеф һүрәте, икенсеһендә ошо һүрәттең һыҙаттарына тап килгән уйымдар соҡоп яһала. Сей күн штамптың бер өлөшөнә түшәлә, икенсеһе м‑н ҡаплана һәм ныҡ итеп ҡыҫыла, шул килеш кипкәнсе ҡалдыралар. Күнде штамптан алғандан һуң, рельефлы орнамент асыҡ күренеп тора. Биҙәктең ҡабарынҡылығын арттырыу һәм әйберҙең төҫ фактураһын байытыу маҡсатында уйымдарҙы баҡыр купоросы м‑н көйҙөрәләр. Штампты ҡулланыу рельефлы орнамент эшләү процесын еңелләштерә, биҙәктең асимметрик һәм симметрик комбинациялары нигеҙендә уны ҡатмарлаштырыу өсөн киң мөмкинлектәр бирә. Юғары кимәлдәге күн әйберҙәр металл формалар ҡулланып, ҡыҙҙырып баҫыу техникаһында башҡарыла (ш. уҡ ҡаҙаҡтарҙа һәм ҡырғыҙҙарҙа билдәле). Төрлө конфигурациялы һәм ҙурлыҡтағы металл ҡалыптарҙы ҡайнар күмерҙә билдәле т‑раға тиклем ҡыҙҙыралар һәм биҙәген өҫкә ҡаратып таҡтаға һалалар, уның өҫтөнә сей күн йәйәләр, балсыҡ тултырылған тоҡ м‑н баҫтырып ҡуялар. Уның баҫымы аҫтында күн әкренләп форманың уйымдарына бата. Күн кипкәндән һуң, ваҡ деталдәренә тиклем асыҡ күренгән рельефлы биҙәк килеп сыға. Башҡортостанда күнде баҫып биҙәкләү һөнәре малсылыҡ мәҙәниәтенә, төп халыҡтың ярым хәрби тормошона, һунарсылыҡ кәсебенең үҫешенә бәйле барлыҡҡа килә, шуға күрә баҫып алыу ҡурҡынысы бөтөп, һунарсылыҡ һәм хәрби традициялар юҡҡа сығыу, Башҡ. ғәскәрен таратыу арҡаһында традицион күн әйберҙәрҙе күпләп етештереү туҡтай. Бынан тыш, указдарға (1736 й. 11 февр.) ярашлы, Башҡортостанда тимерселек эше тыйыла, халыҡтың металл эшкәртеүгә бәйле булған бөтә шөғөлдәре лә ҡырҡа бөтөрөлә, шулай итеп эҫе күнде баҫып биҙәкләү традицияһы юғала. 20 б. башына тиклем күнде нәфис эшкәртеү Урал аръяғының төньяҡ‑көнсығышында ғына һаҡланып ҡала, тик күнде баҫып биҙәкләү техникаһы ныҡ ябайлаша: сей күндең ситтәренә төшөрөлгән примитив биҙәктәрҙе контурҙары б‑са етен ептәр м‑н тегеп сығалар, күн кипкәс, һүрәттең ҡайһы бер элементтары ҡабарынҡы булып ҡала. Шулай уҡ бысаҡтың осо м‑н күнгә һүрәт төшөрөү ҡулланылған (был алымда тимерлек‑зәргәрлек өлкәһендә эшләгән оҫталарҙың сүкеү, семәрләү‑һырлау б‑са күнекмәләре һәм тәжрибәләре берләшкән). Кәсептең тарҡалыуы орнамент композицияларының ябайлашыуына килтерә: биҙәктең ҡатмарлы һүрәте ябай геом. фигуралар (өсмөйөш, ярым түңәрәк, нөктәләр) һәм кәкерсәктәр м‑н алмаштырыла. 19 б. аҙ. күн әйберҙәрҙең күп төрҙәрен биҙәүҙән бөтөнләй туҡтайҙар, күп осраҡтарҙа уларҙы ағас әйберҙәргә алмаштыралар, мәҫ., һаба урынына күнәк. Улар элекке функцияларын, ҡайһы берҙә традицион атамаһын һәм формаһын һаҡлап ҡала. 20 б. башына күнде биҙәү сәнғәте традициялары тамам юҡҡа сыға. БР‑ҙың хәҙ. заман проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә күн м‑н ҡыҙыҡһыныу 20 б. 90‑сы йй. башында барлыҡҡа килә һәм__ Л.М.Стратонова исеменә бәйле. Күндең төрлө төрҙәрен (замша, лайка, тупаҫ күн, ҡоба күн), уларҙы нәфис эшкәртеү ысулдарын (ҡыҫып эшләү, кислота м‑н көйҙөрөү, термик эшкәртеү, үреү, ҡарайтыу) ҡулланып, ул йыш ҡына ҡатнаш техникаға мөрәжәғәт итә, күнгә туҡыма киҫәктәре ҡушып тегә (“Һөйөү” серияһы, 1990); декоратив панноһы (“Алма”, 1992) аппликатив рельеф техникаһында башҡарылған. А.Д.Кирдякин ҡул м‑н ҡыҫыу алымы ҡулланып биҙәлгән “клоке” эффектлы күнде файҙалана (ҡара: Кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте). З.Ғ.Ғаянов биҙәкте күндә баҫып төшөрөүҙе боронғо һаҙаҡтарҙы һәм йәйә ҡаптарын орнаментлауҙа ҡулланылған һырлау, гравёрлау һәм сүкеү алымдары м‑н берләштерә. Ул эшләгән хәрби һәм һунар ҡоралдары комплекттары (йәйә, йәйә ҡаптары, һаҙаҡ, уҡтар; 1997, 2002) халыҡ ижадының төп өлгөләренә оҡшаш булыуы, утилитар функцияһы м‑н характерлана. Күн әйберҙәр Беренсе респ. Башҡ‑н проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә (Өфө, 1997), Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡатын- ҡыҙ рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһендә (Стәрлетамаҡ ҡ., 2002), “2007 яҙы. Нәфис текстиль сәнғәте” Асыҡ респ. күргәҙмәһендә, Стратонованың шәхси күргәҙмәләрендә (1992, 1995, 2000; бөтәһе лә — Өфө) күрһәтелә. Башҡорттарҙың традицион күн әйберҙәре өлгөләре Милли музей, Археология һәм этнография музейы, Рәсәй этнография музейы (С.‑Петербург), Венгрия этнография музейы (Будапешт) һ.б. коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Х и с м а т у л л и н а Н.Х. Орнаментально‑колористическая основа башкирского народного искусства. Уфа, 2000; Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

С.В.Игнатенко, Н.Х.Хисматуллина

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019