Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 1657

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте; художество ҡиммәткә эйә автор кейеме тегеү. БР‑ҙа рәссамдарҙың автор кейеменә музей экспонаты булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙары 20 б. 90‑сы йй. барлыҡҡа килә. Был сәнғәт өсөн халыҡ традицияларына эйәреү (А.Д.Кирдякин, О.В.Лыкасов, В.М.Шибаева) һәм эксперимент яһау (Э.Б.Ефимовская, М.Е.Толстова-Марышева) хас. Традицион башҡорт кейеме үҙенсәлектәрен Кирдякинижади эшкәртә (“Күн мәрйен” коллекцияһы; 1997). Төп материал сифатында ул “клоке” (ҡыҫыу) эффектлы күнде (ҡара: Нәфис күн сәнғәте) ҡуллана, уны ҡулдан ҡыҫып, тупаҫ күн м‑н биҙәй. Үҙҙәренең формаһы б‑са ҡашмау йәки таҡыяны хәтерләткән ҡып‑ҡыҙыл велюр баш кейемдәре, күн ҡалпаҡ һәм түбәтәйҙәр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Улар маңлайға, ҡолаҡҡа һәм муйынға һалынып төшөп торған мәрйендәргә оҡшаш велюр ҡайыштар һәм күнсуҡтар м‑н биҙәлгән. Лыкасов бесеү элементтары традицияларына, орнамент ысулдарына ҙур иғтибар бүлеп, урыҫ милли кейеме өҫтөндә эшләй. Төп биҙәү элементтары рәүешендә аппликацияны һәм ҡорамаларҙан тегеү ысулдарын ҡуллана (“Витраждар” коллекцияһы; йөн, 1994). Шибаеваның моделдәре лә ҡораманан тегеү техникаһында эшләнгән (“Июль” күлдәге; 1992). Рәссам төп иғтибарҙы моделдең силуэтына түгел, ә традицион ҡорама формаларын һәм техникаһын һаҡлауға йүнәлтә (ҡара: Нәфистекстиль сәнғәте). Ефимовская моделдәре өсөн күп кенә халыҡтарҙың традицион кейемендә, ш. уҡ заманса моданың авангард йүнәлешендә урын алған күп ҡатлылыҡ һәм төрлө фактура хас. “Ижад итеү көндәре” (1995) коллекцияһында ултөрлө фактуралы һәм төҫлө туҡымаларҙы күн, замша, ағас, пластмасса, яһалма күн, иләнгән йөн м‑н берләштерә; моделдәр биҙәгендә күп төрлө материалдар ҡуллана: таҫма, сәйлән, мәрйен, паетка, бау, мета‑еп һ.б.; төрлө туҡыу техникаһын файҙалана: селтәр ырғағы, энәләр м‑н бәйләү, сәйләнһәм мәрйендәр м‑н үреү, макраме, ҡорамаларҙан тегеү, аппликация, сигеү, селтәр бәйләү һ.б. Моделдәренең бер өлөшө инсталляция алымдары м‑н үҙенсәлекле берләштерелә, образдары символикаға эйә. Толстова‑Марышеваның “Көмбәҙҙәр” (1996), “Ремонттан” (1997), “Урыҫсоборы”, “Урыҫ күңеле” (икеһе лә — 1998) һ.б. коллекцияларының моделдәре инсталляция ысулы м‑н тоташтырылған күп ҡатлы конструкциялар барлыҡҡа килтерә. Ул кейем өсөн хас булмаған материалдар (тал сыбығы, ҡайын ботаҡтары, ағас тамырҙары, һалам, фото таҫмаһы, фото ҡағыҙы, магнит таҫмаһы, ҡалай һауыттар, открыткалар һ.б.) һәм өлөштәрҙе беркетеү һәм биҙәү алымдарын (тире иләү, йәбештереү, һалам м‑н инкрустация, буяу эштәре һ.б.) ҡуллана. Авторҙарҙың модель коллекциялары Башҡортостан сәнғәтенең Беренсе (1997) һәм Икенсе (2002; икеһе лә — Өфө) респ. биҙәү-ҡулланма күргәҙмәләрендә күрһәтелә.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1-й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002; Янбухтина А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: