“ЗЕМЛЯ И ВОЛЯ”
“ЗЕМЛЯ И ВОЛЯ” (“Ер һәм ирек”), ижт.‑сәйәси гәзит. Социал‑революционерҙар партияһының Өфө губерна ком‑ты, 1917 й. дек. алып Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһының Өфө губерна ойошмаһы, 1918 й. ғин. — Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһының Өфө губерна ойошмаһы һәм ҡала ком‑ты органы. Көн һайын Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1917 й. мартынан 1918 й. июненә тиклем нәшер ителә. Гәзит биттәрендә илдәге һәм сит илдәрҙәге ваҡиғалар хроникаһы, партияның эшмәкәрлеге киң яҡтыртыла, Беренсе донъя һуғышы барышы т‑да мәғлүмәт бирелә һ.б. Мөхәррирҙәре: А.И.Бриллиантов, А.П.Успенский, В.П.Гиневский, И.З.Штейнберг, В.Е.Трутовский, Е.Н.Семеновская.
Г.В.Мордвинцев
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов