Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы

Просмотров: 1331

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1.11.1957, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), шағирә. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2008), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1985), Яҙыусылар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑р, 1990 й. алып бүлек мөдире, 1991 й. башлап “Йәшлек”, 1994 й. — “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире; 1996 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. яуаплы секретары, 1999 й. — баш мөхәррире, 2013 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. “Яуа, яуа алтын япраҡтар” (1990), “Ҡабырсаҡта” (1998), “Елгә ҡаршы” (2007), “Мин үҙеммен һаман” (2013) шиғырҙар йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Серле төн” әкиәттәр китабы (1993) һ.б. авторы. И. шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителгән, уларға йырҙар яҙылған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2017).

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: