Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘНБӘТ Нәҡи

Просмотров: 1703

ИҪӘНБӘТ Нәҡи (ысын исеме Закиров Нәҡи Сиражетдин улы; 29.12. 1899, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а. — 15.9.1992, Ҡазан), яҙыусы. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1986). РСФСР‑ҙың (1959) һәм ТАССР‑ҙың (1957) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. 1910—16 йй. “Хәсәниә” һәм “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәләрендә (Ҡазан), 1920—22 йй. Өфө халыҡ мәғарифы ин‑тында һәм Харьков ун‑тында уҡый. 1917 й. алып Башҡортостан уҡыу йорттарында уҡыта; 1929 й. башлап Ҡазанда йәшәй һәм эшләй. “Саң” (1915) шиғри йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Мәкерле ҡуян” (1957) китабы, “Хужа Насретдин”, “Мулланур Вәхитов”, “Райхан” пьесалары; татар филологияһы б‑са “Татар халыҡмә .әлдәре” (1959—1967), “Татар теленең фразеологик һүҙлеге” (1989—1990; бөтәһе лә — татар телендә) хеҙмәттәре һ.б. авторы. “Һәнәк һуғышы” (1925) повесында Башҡортостандағы Граждандар һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә; “Муса Йәлил” (икеһе лә — татар телендә) трагедияһында М.Йәлилдең көрәштәше — башҡ. яугиры Йәнгир образы тыуҙырылған. И. пьесалары БР театрҙарында ҡуйылған. Башҡортостан комплекслы экспедицияһында ҡатнаша. И. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” башҡ. эпосы варианттарын яҙып ала. Башҡ. мәктәптәре өсөн тәүге дәреслектәр авторҙарының береһе. ТАССР- ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1968). Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡазанда И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урамға уның исеме бирелгән; 1994—96 йй. тыуған ауылында И. йорт‑музейы эшләгән.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: