Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КНЯЗЕВ Николай Сергеевич

Просмотров: 846

КНЯЗЕВ Николай Сергеевич (15.5.1928, Урта Волга өлк. Криволучая Ивановка а. — 17.1.1985, Нефтекама ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1947 й. алып “Туймазанефть” тресында эшләй: 1954 й. башлап 6‑сы нефть промыслаһы баш инженеры, 1955 й. — 5‑се нефть промыслаһы мөдире. 1963 й. алып “Арланнефть” НГДУ баш инженеры, 1970—84 йй. начальнигы. 1951—53 йй. Албанияла эшләй. К. етәкс. ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн өҫкө йөҙҙә актив матдәләр ҡулланыу б‑са тәж.-сәнәғәт эштәре үткәрелә. Туймазы нефть ятҡылығын һәм Арлан нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе ойоштороусы. Нефтекама ҡ. инфраструктураһын үҫтереүгә өлөш индерә. 6 уйлап табыу авторы. Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: