Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы

Просмотров: 1755

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы, Йәрми Сәйете [29.9.1884, Өфө губ. ш. уҡ өйәҙе Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 19.10.1972, Өфө], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). 1926—27 йй. — Шишмә халыҡ театры, Б.В. һуғышы йылдарында Башҡ. филармонияһы музыканты. И. скрипкаға ҡушылып импровизациялай. “Йырҙар һәм шиғырҙар” исемле тәүге китабы 1940 й. сыға. “Ике тормош һөйләшеүе” шиғырында, “Нужа бабай сәйәхәте”, “Бәхет‑ҡыҙ тураһында һүҙ” шиғри әкиәттәрендә халыҡтың рев‑яға тиклемге үткәне менән совет осорондағы тормошо ҡаршы ҡуйыла. И. ижадында мәҫәлдәр (“Кәзә менән һарыҡ”, “Ала ҡарға менән ҡоҙғон”), юмористик йырҙар (“Көйһөҙ кейәү”, “Ҡупшы ҡыҙ”), ҡобайыр (“Салауат батыр”) һ.б. бар. И. әҫәрҙәренең бер өлөшө һәм уның Ф.Д.Дәүләтшин м‑н “Илде маҡтау” әйтеше “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән. И. әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана.

Әҫәрҙ.: Сәйет йырҙары. Өфө, 1950; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1958; Сәсән йырҙары. Өфө. 1964.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019