Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСХАҠОВА Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы

Просмотров: 1125

ИСХАҠОВА Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы (25.7.1965, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк а.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1987). 1989—92 йй. Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты хеҙм‑ре. 1994—2010 йй. “Китап” нәшриәтендә: 2005 й. алып редакция мөдире, 2007 й. — бүлек начальнигы; 2011—12 йй. БАДТ‑ла әҙәби‑драма бүлегенең баш мөхәррире. “Аҡ ҡылғандар” тип аталған тәүге китабы 1993 й. сыға. Күбеһенсә фантастика өлкәһендә эшләй. “Кеше‑күсермә” (1996) романы, “Аҡ тәңкәләр яуған төн ине...” (2003) хикәйәләр һәм повестар, “Мәңгелектең бер миҙгеле” (“Одно мгновение вечности”; 2008) сәсмә әҫ. йыйынтыҡтары, “Зәңгәрсәс” (1997) пьесаһы авторы. И. әҫәрҙәрен А.П.Майоров, Г.Я.Хамматова урыҫ теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Одно мгновение вечности: роман, повесть, рассказы. Уфа, 2008.

Әҙәб.: Аҙнағолов Р. Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө (ижади портреттар). Өфө, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: