Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНВЕРСИЯ

Просмотров: 890

КОНВЕРСИЯ (лат. conversio — үҙгәреү, әүерелеү), хәрби-сәнәғәт комплексын үҙгәртеп ҡороу, оборона заказы кәмеү сәбәпле сәнәғәтте демилитаризациялау һәм үҙгәртеп ҡороу, хәрби производство потенциалын граждандар продукцияһы һәм ике төр тәғәйенләнешле продукция сығарыу өсөн файҙаланыу. Тулы һәм өлөшләтә К. айырыла. БР‑ҙа хәрби сәнәғәт комплексы ҙур пр‑тиеларының К. программаһы 20 б. 90‑сы йй. тормошҡа ашырыла. Граждандар продукцияһын сығарыу үҙләштерелә: һығылмалы металл үткәргес торбалар, автомобиль фильтрҙары, тормоз системаһы шлангылары (ҡара: “Гидравлика”), зона элемтә селтәрҙәре өсөн тапшырыу системалары аппаратураһы (ҡара: “Прогресс”), электр насостары, тоҡандырыу автошәмдәре, асинхрон двигателдәр (ҡара: Өфө агрегат производство берекмәһе), электр ҡырынғыстары, электр, һыу счётчиктары, электр күсергесе (ҡара: Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе), автомобиль двигателдәре, ҡаргиҙәрҙәр, газ һурҙырыу агрегаттары, ҡулланыу тауарҙары (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), линолеум, пеноплен, йыуыу өсөн паста (ҡара: “Авангард”), а.х. тәғәйенләнешле продукция (ҡара: Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы), биноклдәр (ҡара: Салауат оптика-механика заводы), һыу моторҙары, көйләнмәй торған насостар (ҡара: “Гидромаш”), автобустар һәм троллейбустар өсөн алғы күперҙәр (ҡара: “Витязь”), газ плиталары (ҡара: Күмертау авиация производство предприятиеһы), а.х. продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, насос агрегаттары (ҡара: “Искра”), автоматлаштырыу саралары (ҡара: “Прогресс” Бөрө электромеханика з‑ды) һ.б. Дәүләт ярҙамы аҙ булған осраҡта (мәҫ., 2003 й. федераль бюджеттан 88,5 млн һум бүленгән, респ. бюджетынан аҡса бүленмәгән) хәрби сәнәғәт комплексы пр‑тиелары үҙ аҡсаларын (бөтә сығымдарҙың 71,1%‑ына тиклем) ҡулланып К. үткәрә.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: