Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

Просмотров: 1337

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕВенер”, 2002 й. төҙөлгән. 2002 й. 2 июлендә Германияла авиакатастрофала һәләк булған Венер Вәлиев исеме м‑н аталған. Й.й.м. уның ата‑әсәһе, айырым кешеләр, а.х. һәм сәнәғәт пр‑тиелары ярҙамы м‑н төҙөлә. Диниә назараты ҡарамағында тора. 2003 й. алып эшләй. Мәсет [15х8х18 м (манараһы м‑н бергә)] бер ҡатлы, 2 кимәлле, стенаһы ҡыҙыл кирбестән һалынған. Цоколе, кәрниздәре, аркалы тәҙрәләре ҡабарынҡы таш м‑н биҙәлгән. Ағас манараһы бинаның алғы яғында сарлаҡта урынлашҡан. Балконлы намаҙ залы (ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн) бар. Й.й.м. залының түшәмендә авиаһәләкәт булған төнгө күк йөҙө һәм ваҡыты (Башҡортостанда – 3 сәғ. 30 мин, Германияла – 23 сәғ. 30 мин) һүрәтләнгән. Й.й.м. эргәһендә ғәрәп яҙмаһын өйрәнеү б‑са курстар, китапхана эшләй. Мәсет Йылайыр р‑нының мосолман дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә. Имам-хатиптары: Ш.Р.Алғышаев, Н.Я.Яҡупов.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: