Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУҒАЙ ДАРУҒАҺЫ

Просмотров: 1575

НУҒАЙ ДАРУҒАҺЫ, 16 б. аҙағында — Өфө өйәҙе, 18 б. башында — Өфө провинцияһы, 1744 й. алып Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙағында төньяҡ‑көнбайышта — Ҡазан даруғаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Себер даруғаһы, көнсығышта һәм көньяҡта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көнбайышта Ҡазан өйәҙе менән сиктәш була. 1725—26 йй. Н.д. 20 башҡ. улусы (15 меңдән ашыу хужалыҡ), 1775 й. 25 улус (Бөрйән, Бошмаҫ‑Ҡыпсаҡ, Гәрәй‑Ҡыпсаҡ, Дыуан‑Табын, Йомран‑Табын, Илкәй‑Мең, Кәлсер‑Табын, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ, Ҡара‑Табын, Ҡатай, Кесе‑Табын, Ҡумрыҡ‑Табын, Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең, Меркет‑Мең, Ҫарылы‑Мең, Һарт, Һыуын‑Ҡыпсаҡ, Тамъян, Түңгәүер, Тәлтем‑Юрматы, Өршәк‑Мең, Үҫәргән, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ, Ҫыбы‑Мең, Юрматы улустары) ингән. Өйәҙҙәргә бүленгәндән һуң 1781 й. Н.д. территорияһында Бәләбәй өйәҙенең бер өлөшө, Бөгөлмә өйәҙе, Боғорослан өйәҙе, Верхнеурал өйәҙенең бер өлөшө, Ырымбур өйәҙе, Сергиевск өйәҙенең бер өлөшө, Стәрлетамаҡ өйәҙе ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Н.д. тулыһынса бөтөрөлә. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023