Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНОУФИМСК ҠӘЛҒӘҺЕ

Просмотров: 1427

КРАСНОУФИМСК ҠӘЛҒӘҺЕ, Красноуфимск, 1736 й. Себер даруғаһы Һыҙғы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө й. уң ярында Һарға й. килеп ҡойған урында полк. П.Мартаков һәм А.И.Тәвкилев хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һала. Тәүҙә Красноярск (Ҡыҙылъяр төбәге атамаһы б‑са) йәки Уфимск (Өфө й. б‑са) тип атап йөрөтөлә. 1736 й. бында 19 казак күсерелә, 1768 й. 3 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Гарнизон пехота ротаһынан һәм Ырымбур казак ғәскәренең 300 казагынан торған. Халҡы башлыса игенселек м‑н шөғөлләнгән. 1760 йй. уртаһында ҡәлғә ҡала яны статусы ала һәм ҡала воеводаһы тарафынан идара ителә башлай. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) осоронда Красноуфимск-Көңгөр баш күтәреүселәр районы үҙәгенә әүерелә. Халҡы ихтилалға ҡушыла, төп өлөшө Салауат Юлаев отряды составына инә. 1774 й. мартында ҡәлғә эргәһендә баш күтәреүселәрҙең А.В.Папава етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштары була. 1781 й. Пермь наместниклығы ойошторолғандан һуң К.ҡ. өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Красноуфимск өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019