Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1185

ҠЫПСАҠ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 2—1 бб. ҡарай. Илеш р‑ны Ҡыпсаҡ а. янында Сөн й. уң ярында урынлашҡан. Комплексҡа ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә.

Ҡыпсаҡ ҡаласығы ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 60‑сы йй. В.Ф.Генинг тарафынан асыла, 1990 й. Ф.М.Таһиров, 1993 й. В.В.Овсянников, 2006 й. С.Э.Зубов тикшерә. Ҡаласыҡ (майҙаны яҡынса 40 мең м2) 3 ур (оҙонлоғо 13—240 м, киңлеге 9—28 м, бейеклеге 0,7—1,2 м) һәм соҡор (киңлеге 12 м, тәрәнлеге 0,15 м) м‑н уратып алынған. Керамика ҡабырсаҡ онтағы ҡушылған балсыҡтан эшләнгән һәм ауыҙы тирәләй ваҡ соҡорло биҙәк һалынған түңәрәк төплө туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡаласыҡта бронза уҡ башаҡтары, балсыҡтан яһалған кеше, йәнлек һындары, орсоҡбаштар, тимер арҡыры балта, балсыҡ һәм быяла муйынсаҡтар, шлак табылған. Халҡы малсылыҡ, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән.

Ҡыпсаҡ ҡәберлеге ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Таһиров тарафынан 1990 й. асыла һәм 1994 й. өйрәнелә, 1993—96 йй. Зубов, 2006 й. Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов тикшерә. Ҡатнаш ҡәберлектәргә ҡарай. Көньяҡ- көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан теҙелгән 54 ҡурған (диам. 4—16 м, бейеклеге 0,1—1 м) табылған. 153 ҡәбер тикшерелгән. Ҡәбер өҫтөндәге ҡоролмалар балсыҡ м‑н һылап (ҡалынлығы 0,3 м тиклем) нығытылған, ҡайһы берҙәре төбө күмер, көл һәм хайуан һөйәктәре м‑н ҡапланған соҡор м‑н уратылған. Ҡурған өйөмөндә хайуан һөйәктәре, ш. иҫ. аттың яңаҡ һөйәктәре һәм күмер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н көнсығышҡа һәм көньяҡ- көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙә ҡорал (бронза, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тимер хәнйәр, һөңгө, бысаҡтар, боронғо хәрби кейем һәм ҡорал ҡалдыҡтары, баш кейеме), биҙәнеү әйберҙәре (бронза айылдар, сикә сулпылары, кейем биҙәүестәре, бил ҡайыштары һәм аяҡ кейеме ҡаптырмалары, быяла муйынсаҡтар) табылған. Комплекс Пьяный Борҙың Ҡара Абыҙ мәҙәниәте (Урал буйы), Горохов мәҙәниәте һәм Саргатка мәҙәниәте (Урал аръяғы) халҡы м‑н аралашыу процесын сағылдыра. Ҡәберлек урынлашҡан терр‑я урындағы халыҡ телендә “Хан зыяраты” тип атала (бында башҡ. хандарының береһе һәм уның яугирҙары ерләнгән, тип фараз ителә). Комплекс материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

С.Э.Зубов

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: