ИЩЕНКО Иван Митрофанович
ИЩЕНКО Иван Митрофанович (15.9.1912, Херсон губ. Яңы Подымка а. — 17.1.1979, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. нояб. алып Көнбайыш, Калинин, 1‑се Балтик буйы, 3‑сө һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армия 179‑сы уҡсылар див. 234‑се уҡсылар полкының отделение ком. сержант И. 1944 й. 23 июнендә Шумилино а. өсөн алышта һәм 24 июндә Вяжище а. янында Көнбайыш Двина й. (икеһе лә — Белорус ССР‑ы) аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфө пр‑тиеларында автомеханик булып эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Илл.: И.М.Ищенко