ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы
2035
ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы [20.3.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яхъя а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 4.9.2020, шул уҡ райондың Арҡауыл а.], педагог. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968). СССР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Өфө уҡытыусылар институтын (1949), БДУ‑ны (1960) тамамлаған. 1949—91 йй. (өҙөклөк менән) Салауат районының Арҡауыл, 1955—62 йй. — Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ урта мәктәптәре уҡытыусыһы. СССР ЮС‑ының 8—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1968).
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Энциклопедиялар: