СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ
СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ, З а һ и р И с м ә ғ и л е в и с е м е н д ә г е Ө ф ө д ә ү л ә т с ә н ғ ә т и н с т и т у т ы, 1968 й. асыла (2003—15 йй. академия). 2003 й. З.Ғ.Исмәғилев исеме бирелә. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Институт составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы, театр, һынлы сәнғәт инә. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 11 һөнәр һәм 13 бакалавриат йүнәлеше б‑са алып барыла. Институт эргәһендә “Музыка сәнғәте” һөнәре б‑са аспирантура (1998 й. алып), 12 әҙерлек йүнәлешендәге ассистентура‑стажировка (1993), Өҫтәлмә һәм вуздан һуң белем биреү ин‑ты эшләй. Китапханаһы, камерный һәм хор залдары, Ф.И.Шаляпин ис. концерт залы; уҡыу театры, һирәк осрай торған музыка ҡоралдары коллекцияһы булған музейы, һынлы сәнғәт галереяһы, спорт һәм тренажёр залдары, ятағы бар. Ижади коллективтар эшләй: симфоник, тынлы һәм камерный оркестрҙар, ҡыллы квартет, башҡ. һәм урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары, академик һәм камерный хорҙар. Уҡытыусылар араһында РФА‑ның 2 мөхбир ағзаһы, 14 фән д‑ры һәм 39 фән канд. (2012). Институт студенттары һәм уҡытыусылары халыҡ‑ара конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. 1972—2004 йй. уҡыу йорто эргәһендә урта махсус музыка мәктәп‑лицейы эшләй (ҡара: Музыка колледжы). 1973 й. алып 5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012). Тамамлаусылар араһында А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, Ә.Ә.Абушахманов, С.Р.Арғынбаева, Т.Д.Бабичева, В.В.Белов, И.М.Ғәзиев, Н.Ә.Дауытов, Р.С.Зәйнетдинов, Ф.Ә.Килдейәрова, С.Ә.Низаметдинов, Р.Ю.Шәйхетдинов. Институтта йыл һайын 15 меңгә яҡын монография, уҡыу һәм уҡытыу‑методик әсбаптары нәшер ителә; “Искусство” (“Сәнғәт”) гәз., “Проблемы музыкальной науки” Рәсәй махсус фәнни журналы сығарыла. Ректорҙары: Исмәғилев (1968 й. алып), З.Ә.Нурғәлин (1988 й. алып), И.Ғ.Ғәләүетдинов (2000 й. алып), Ә.И.Шафиҡова (2010 й. алып), А.И.Әсфәндиәрова (2012 й. алып). ӨДСИ биналары (элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы һәм Уҡытыусылар институты) тарих һәм архитектура ҡомартҡылары булып тора.
Әҙәб.: Уфимскому государственному институту искусств 25 лет. Уфа, 1993; Искусство Башкортостана: исполнительские школы, наука, образование. Уфа, 2005.
Г.Р.Хәлимова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина