ЙЫРАУ
ЙЫРАУ (төркисә — йырсы), күп төрки халыҡтарында шағир‑импровизатор. Й. ижадының тамырҙары бик боронғо замандарға барып тоташа. “Йырсы‑музыкант” мәғәнәһендәге “йырағу” һүҙе Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәтендә осрай. Башҡ. ауыҙ‑тел әҙәбиәте тарихында Й. ижадының сәскә атыуы Нуғай Урҙаһы дәүеренә тура килә. Халыҡ хәтерендә шиғри мираҫтары башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, нуғайҙарҙың һ.б. уртаҡ байлығы иҫәпләнгән Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырау, Һабрау йырау, Шалғыҙ йырау исемдәре һаҡланған.
Әҙәб.: Иҙелбаев М.Х. Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте: халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт менән бәйләнеше, жанрҙар тәбиғәте, поэтикаһы мәсьәләләре. Өфө, 2000; Галин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. 2‑се баҫ., үҙгәр. Өфө, 2009.
Ғ.Б.Хөсәйенов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов