Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠЫТ-МИҘГЕЛ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ

Просмотров: 1626

ВАҠЫТ-МИҘГЕЛ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ, йола фольклорының үҙенсәлеклебер тармағы. В-м.й.п. нигеҙендә һүҙҙеңарбау көсөнә ышаныу ята (ҡара:Магия), унда хужалыҡ итеүҙә ҡурсалаусы булған юғары көстәр (Тәңре, Тәбиғәт, ата-бабалар рухы һ.б.) кәүҙәләндерелә. Йылды борон башҡорттархужалыҡ, кәсеп күҙлегенәнҠыш туҡһаны һәм Йәй туҡһаны тигәнике миҙгелгә бүлгән (“Тәңренеңирке шундайҙыр: бер алты айҙы ҡышиткән, бер алты айҙы йәй иткән”).Бынан тыш, башҡа төркиҙәр кеүек,йыл миҙгелдәренең ҡояш торошона ярашлы 4 циклға бүленеүен дә таныған. Яҙғы цикл — науруз, ҡарғатуй, һабантуй; йәйгеһе — йәйге нардуған; көҙгөһө — сөмбөлә, яңы уңыш;ҡышҡыһы — ҡышҡы нардуған, һуғымһуйыу м‑н бәйле. В-м.й.п. алғыш,теләк, йыр, бәйет, әйлән-бәйләнтаҡмаҡтары, һамаҡтар, уйын әйтештәре, саҡырыу, йомаҡ, хөрәфәттәрҙе үҙ эсенә ала. Теләктәр, һәйбәт көн торошо, яҡшы уңыш, муллыҡһорап, юғары көстәргә мөрәжәғәт итеүҙән ғибәрәт: “Эй Тәңрем, уңышбир! /Ас-яланғас итмә. /Илгә именлекбир, /Түбә туҡлыҡтары бир!” Саҡырыуҙарямғыр йә ҡояш теләп башҡарылғанйолалар мәлендә әйтелгән: “Ямғырым, яу-яу, /Майлы бутҡа бирермен, /Алтын ҡалаҡ ҡуйырмын! ”Уйын әйтештәре күрәҙәлек итеү роленбашҡарған. Мәҫ., сөмбөлә байрамында Көҙгө Сөмбөлә булып кейенгән ҡыҙға һорау биргәндәр: “Балтамы беҙме?”, әгәр ул “балта” тиһә,ҡыш һыуыҡ була, тип күҙалланған,әгәр “беҙ” тиһә — йылы. Ауыл буйлапкүмәкләп байрамса йөрөгәндә, табындарҙа,күңел асҡанда алғыш әйткәндәр: “Нар-нар-нардуған, /Нардуғанғабар, туған. /Малың ашһын буранан, /Ашың ашһын ҡуранан”. Ваҡыт-миҙгел байрамдарын һәм йолаларынүткәреү уңыш, муллыҡ килтерә һәммаҡсаттарға ирешергә ярҙам итә, көйләп-һамаҡлап өндәшеүҙәр, саҡырыуҙартәбиғәттең көсөн арттыра тип һаналған. В‑м.й.п. әҫәрҙәре башҡорттарҙың мифологик ҡарашын (ҡара: Мифология) сағылдыра.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1-се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Башкирское народное творчество. Т. 12. Обрядовый фольклор. Уфа,2010.

 

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: