Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРҒЫШ

Просмотров: 1367

ҠАРҒЫШ, башҡ. йола фольклоры жанры, объектҡа кире тәьҫир итеүгә һәләтле теләк (һүҙ) формулаһы. Һүҙҙең тылсым көсөнә ышаныуға бәйле исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Шиғри һәм сәсмә формала йәшәй. Адресатҡа бәлә (үлем, ауырыуҙар, хәйерселек, ғаилә ыҙғыштары һ.б. уңышһыҙлыҡтар) килтереү маҡсатында әйтелә (“Ирҙән ҡалғыр, /Ирҙән ҡалғыр! /Ата ҡаҙҙан ҡалған /Инә ҡаҙҙай ҡаңғыр!”). Конкрет кеше генә түгел, хәл‑ваҡиға ла, мәҫ., һуғыш, Ҡ. объекты була ала. Им-том хәрәкәттәре м‑н оҙатылып барырға мөмкин: йоланы башҡарыусы (ғәҙәттә, бер йәки бер нисә ҡатын‑ҡыҙ) яланға сыға йәки тау башына менә һәм сәстәрен туҙҙырып, үҙен-үҙе ҡосаҡлап, аяҡтарын ишеп, ҡысҡырып, Ҡ. һүҙҙәрен әйтә. Ҡ. өйҙә, ҡояш ҡалҡҡанда әйтергә ярамай. Шулай уҡ Ҡ. тәьҫирен нейтралләштереү һәм кире ҡағыу көсөнә эйә һүҙ формулалары ла бар: “Ҡарғышың — ҡара башыңа!”, “Ҡарғаған ауыҙыңа ҡарға оялаһын!” һ.б. Уның киреһе — алғыш. Хәҙ. ваҡытта Ҡ., тылсым көсөн юғалтып, ирешеү‑әрләү һүҙҙәре дәрәжәһенә күсеп бара (“ер йотҡор”, “ҡороғор”, “муйының сыҡҡыр” һ.б.). Ҡ. һәр халыҡтың фольклорына хас.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1-се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Башкирское народное творчество. Т. 12. Обрядовый фольклор. Уфа, 2010.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: