Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАФ ТАУЫ

Просмотров: 1459

ҠАФ ТАУЫ, башҡ. мифологияһында һәм фольклорында ер сигендәге бейек тау; яуыз йән эйәләре (аждаһа, бәрей, дейеү һ.б.) төйәге йәки кеше һәм яуыз көстәр донъяһы араһындағы сик. Хөрәфәттәр б‑са, болоттар аждаһаны юхаға әүерелмәһен өсөн Ҡ.т. аръяғына алып китә. “Дандан батыр”, “Ҡаһарман батыр” әкиәттәрендә яуыз заттар ҡыҙҙарҙы урлай һәм Ҡ.т. аръяғына алып китә, батыр уларҙы ҡотҡарыр өсөн Ҡ.т. бара. “Алтындуға батыр” әкиәтендә төп герой Ҡ.т. йәшәгән дейеүҙе еңеп, уның ҡыҙына өйләнә. “Ҡаф” төшөнсәһе мосолман космологияһында бар.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 3‑сө кит. Өфө, 1978; Шунда уҡ. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Шунда уҡ. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019