Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘҺҠӘҺӘ, миф. персонажы

Просмотров: 1467

ҠӘҺҠӘҺӘ (фарс. – шарҡылдаҡ, мыҫҡыллап көлөүсе), башҡ. мифологияһында яуыз иблес. “Урал батыр” эпосында Ҡ. – төрлө ҡиәфәткә инә алған йыландар батшаһы. Тәбиғәт афәттәре тыуҙыра алған тылсымлы таяғы була. Улы Зәрҡум м‑н Урал батырҙы үлтермәксе була. Үҙенең батшалығы ҡолатылғандан һуң, Ҡ. Әзрәҡә м‑н берләшә һәм Урал батырға ҡаршы яуҙа һәләк була. “Аҡбуҙат” эпосында Ҡ. – Иҙелдең улы, Урал батырҙың ейәне. Аҡбуҙатты эҙләп Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына төшә һәм уның ҡыҙы Нәркәскә ғашиҡ була. Шүлгән уны, 12 башлы дейеүгә әйләндереп, Ҡәһҡәһә тип атай, үҙенә сибәр ер ҡыҙҙарын урларға мәжбүр итә. Һәүбән үҙ халҡына хыянат иткәне өсөн Ҡ. ярғанатҡа әйләндерә. “Дандан батыр” әкиәтендә Ҡ. Ҡаф тауы артында йәшәгән дейеү итеп һүрәтләнә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Башкирское народное творчество. Т.3. Богатырские сказки. Уфа, 1988.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: