Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы

Просмотров: 1098

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы (1.9.1943, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1967) 1971 й. тиклем Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләй. 1974 й. алып БДМУ‑ла: уҡыта, 1995 й. башлап гигиена дисциплиналары курсы м‑н дөйөм гигиена һәм экология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге бензимидазолдар, дифенилсульфидтар, феноллы антиоксиданттар (ш. иҫ. Агидол маркалы), антгельминтиктар (артемид‑2 һ.б.) һәм органик буяғыстарҙың ағыулы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. З. дарыу препараттары етештереүҙә биол. актив химик ҡушылмаларҙың ағыулылығын күҙаллау ысулдарын эшләй. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Словарь гигиенических терминов и понятий. Уфа, 2000 (авторҙ.); Медико-социальное обеспечение подготовки школьников к военной службе методами и средствами гигиенического воспитания. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: