Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР

Просмотров: 3428

ЕР, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са өсөнсө урында торған планетаһы. Ҡояштан Е. тиклем булған уртаса алыҫлыҡ астрономик берәмек (1 а.б.) итеп алынған һәм 149,6 млн км тәшкил итә. Сидерик әйләнеү периоды (йондоҙ йылы) 365,26 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 23 сәғ. 56 мин. Е. күсәренең эклиптика яҫылығына ауышлығы 66°33"22"". Күсәр тирәләй әйләнеүе — көн м‑н төндөң, күсәренең ауышлығы һәм Ҡояш тирәләй әйләнеүе йыл миҙгелдәренең алмашыныуына килтерә. Е. төркөмө планеталары (Е., Сулпан, Марс, Меркурий инә) араһында иң ҙуры. Уртаса диам. 12,742 мең км. Массаһы 5,976х1024 кг. Уртаса тығыҙлығы 5,52х103 кг/м3 (Ҡояш системаһы планеталары араһында макс. тығыҙлыҡ). Атмосфераһының химик составы: азот (77%), кислород (21%), һыу пары (1%), аргон (0,9%), углекислый газ (0,03%) һ.б. газдар. Ҡояштың электромагнит нурланышы (уның бер өлөшөн атмосфера үткәрмәй тотоп ҡала) Е. өҫтөндә барған физик, химик һәм биол. процестарҙың төп сығанағы булып тора. Е. гравитация, магнит һәм электр ҡырҙарына эйә. Гравитация ҡыры Е. тирәһендәге орбитала Айҙы һәм яһалма юлдаштарҙы тотоп тора, Е. сфера формаһында булыуын һәм атмосфераһы барлығын һ.б. билдәләй. Өҫкө йөҙөнөң 70%‑тан ашыуын һыу ҡаплаған. Бөгөнгө космогоник ҡараштарға ярашлы, Е. 5 млрд йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Материя эволюцияһы процесында бынан 3—3,5 млрд йыл элек Ерҙә тормош барлыҡҡа килгән, биосфера үҫешә башлаған. Башҡ. фольклорында Е. барлыҡҡа килеүе т‑дағы ҡараштар “Урал батыр” эпосында, легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә (“Үгеҙ мөгөҙөндәге ер” һ.б.) сағыла.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.05.2023
Связанные статьи: