Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙ

Просмотров: 974

АЙ, Ерҙең берҙән-бер тәбиғи юлдашы, уға иң яҡын күк есеме. А. Ер тирәләй яҡынса эллиптик орбита буйлап әйләнә. Ерҙән уртаса 384,40 мең км алыҫлыҡта. Ер тирәләй әйләнешенең сидерик осоро һәм үҙенең күсәре тирәләй әйләнеш осоро 27,32 тәүлеккә тиң, шуға ла А. Ергә һәр ваҡыт бер үк ярымшары (күренеп торған яғы) м‑н ҡарай. Ай күсәренең эклиптик яҫылыҡҡа ауышлығы 88°28. Диам. 3,476 мең км. Массаһы 7,35×1022 кг. Уртаса тығыҙлығы 3,34×103 кг/м3. А. атмосфераһы юҡ, шуға күрә көндөҙ ҡояш нурҙары тәьҫирендә уның йөҙө 130°С тиклем ҡыҙа, төндә т‑ра –150°С тиклем төшә. Һыу эҙҙәре табылмаған, өҫтөнөң ҡараңғы, сағыштырмаса тигеҙ урындары — диңгеҙ, яҡты рельеф ҡалҡыулыҡтары ҡоро ер, материк тип атала. А. өҫтөндә кратерҙар булыуы метеориттар төшөүе м‑н аңлатыла. А. сағылған ҡояш нурҙарынан яҡтырта. А. Ер күләгәһендә ҡалғанда ай тотолоу күренеше (ҡара: Күк есемдәре тотолоу) барлыҡҡа килә.

А. төп фазалары — яңы ай, 1‑се сирек, тулған ай һәм һуңғы сирек 29,5 тәүлек аша ҡабатланып тора. А. фазаларының алмашынып тороуы нигеҙендә ай календары төҙөлгән. Респ. терр‑яһында А. йыл әйләнәһенә күҙәтергә мөмкин. Горизонттан макс. (дек. яҡынса 60°) һәм миним. (июндә яҡынса 10°) бейеклеге төн уртаһында ай тулғанда күҙәтелә. Һыу ҡалҡыу һәм ҡайтыу күренештәре А. Ергә гравитация тәьҫиренә бәйле.

20 б. 90‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында һәм БР ФА‑ның Сибай филиалында гравитация ҡырының геол. процестарға һәм кеше эшмәкәрлегенә йоғонтоһо б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Башҡ. фольклорында А. т‑да күҙаллауҙар “Урал батыр” эпосында, легенда һәм риүәйәттәрҙә сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Кинзикеев А.Р. Эффекты переменного гравитационного поля в капиллярах. Уфа, 1997.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: