Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВ Зинфер Ришат улы

Просмотров: 1330

ИСМӘҒИЛЕВ Зинфер Ришат улы (15.10.1947, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Байгилде а.), химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2011), химия ф. д‑ры (1988), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2001). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Р.С.Исмәғилевтең улы. Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1969) РФА Себер бүлексәһенең Катализ ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй, 1982 й. алып Новосибирск ун‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1973—82 йй. физик химия каф. уҡыта. 2010 й. башлап РФА Себер бүлексәһенең Күмер химияһы һәм химик материалдарҙы өйрәнеү ғилеме ин‑ты дир., бер үк ваҡытта Кузбасс техник ун‑тында (икеһе лә — Кемерово ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гетероген катализды, нефтехимия һәм күмер химияһын, углеродлы материалдар химияһын, функциональ наноматериалдарҙы һәм сәнәғәт экологияһын өйрәнеүгә арналған. И. тарафынан пр‑тиеларҙың ағыулы ташландыҡтарын зарарһыҙландырыу өсөн керамик блоклы катализаторҙар һәм уларҙың сфера рәүешендәге тотоусыларын етештереү технологиялары (Новосибирск, Пермь, Өфө, Томск ҡҡ. һыналған), көкөртлө водородты бер стадияла көкөрткә окисландырыу процесы (РФ‑тың газ һәм нефть эшкәртеү з‑дтарында һыналған), радиоактив ҡалдыҡтарҙы утилләштереү технологияһы (Новосибирскиҙа һыналған), углеродлы наносүстәрҙе (күмер шахталарындағы метанды утилләштереү аша), азот атомдары м‑н структуралы модификацияланған нанокөпшәләрҙе һ.б. синтезлауҙың фәнни нигеҙҙәре уйлап табыла. И. уран оксидтарының рентгеноаморф наноүлсәмле структуралар рәүешендә термоактивлашыу күренешен аса. И. етәкс. экологик таҙа каталитик “Термокат” каминдарын һәм КТГ маркалы сәнәғәт һауа йылытҡыстарын сәнәғәт күләмендә етештереү ойошторола (Новосибирск). 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 130 уйлап табыу авторы. В.А.Коптюг ис. пр. лауреаты (2005).

Хеҙм.: Сжигание топлив и каталитические генераторы тепла //Журнал всесоюзного химического общества им. Д.И.Менделеева. 1984. Т.29. №4; О состоянии активных центров и дезактивации катализаторов Mo-ZSM-5 дегидроароматизации метана //Доклады Академии наук. 2005. Т.404. №4

Ф.Р.Исмәғилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019