ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы
ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы [15.4.1920, АСБР‑ҙың Көҙәй кантоны Нимесләр а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 3.9.2020, шул уҡ райондың Байгилде а.], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1955). 1943 й. алып Нуриман районының Үкәрле һәм Нимесләр тулы булмаған урта мәктәптәре, 1945—85 йй. Байгилде урта мәктәбе директоры. И. етәкселегендә Байгилде мәктәбе республика уҡытыусыларының алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса төп мәктәпкә әүерелә (ҡара: Байгилде ауыл лицейы). 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү ҡ., 1960), БАССР‑ҙың 1—7‑се уҡытыусылар съезы делегаты. 1‑се (1985) һәм 2‑се (1957) дәрәжә Ватан һуғышы, “Почёт Билдәһе” (1960) ордендары менән бүләкләнгән. Исеме Байгилде ауыл лицейына бирелгән.
Хеҙм.: Очерки по истории Нуримановского района Башкортостана. Уфа, 1998; И учебой, и талантом. Уфа, 2004.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина