Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович

Просмотров: 1149

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович (17.11.1905, Терек өлкәһе Волын-Магометан а. — 15.7.1985, Мәскәү ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1975). 1942—63 йй. “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге девон һәм аҫҡы карбон ҡатламдарындағы нефть ятҡылыҡтарын өйрәнеү һәм үҙләштереүгә бәйле. З. тарафынан ҡатламдарҙа контурҙың эсенә һәм тышына һыу ебәреү, һыу үткән скважиналарҙан шыйыҡлыҡты арттырып сығарыу ысулдары эшләнгән һәм ҡулланыуға индерелгән. Туймазы нефть ятҡылығын асыуға етәкселек итә, девон нефтен эҙләү инициаторҙарының береһе. Сталин премияһы лауреаты (1946, 1950). Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954) ордендары менән бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.12.2022
Связанные темы рубрикатора: