Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЗАН ХАНЛЫҒЫ

Просмотров: 1662

ҠАЗАН ХАНЛЫҒЫ, 1445 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1438) — 1552 йй. Урта Волга һәм Түб. Кама буйындағы дәүләт. Алтын Урҙа тарҡалғандан һәм Ҡазан ҡ. Алтын Урҙа ханы Олуғ Мөхәммәт (өҙөклөк м‑н 1419— 37 йй. идара итә) яулап алғандан һуң барлыҡҡа килгән. Баш ҡалаһы — Ҡазан. Дәүләт башында Сыңғыҙхан нәҫеле араһынан ҡоролтайҙа һайланған хан торған. Ғәмәлдә дәүләткә ҡарасайбәктәрҙән (юғары аристократия вәкилдәре) торған диуан (дәүләт советы) идара иткән. Дәүләт дине — ислам. Дәүләт теле — харәзм төрки теле (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре). Ҡ.х. төп биләмәләре даруғаларға (Алат, Арса, Галич, Зөри, Нуғай) һәм улустарға (йөҙҙәргә) бүленгән. Даруғаларға — ҡарасайбәктәр, әмирҙәр, улустарға улус әмирҙәре, мырҙалар, старшиналар идара иткән, улар һалым йыйыу, хөкөм сығарыу һәм хәрби хоҡуҡтарға эйә булған. Ҡатлам иерархияһында солтандар, бәктәр, мырҙалар, баһадирҙар (батырҙар) айырыуса ҙур урын тотҡан. Игенселек, малсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡ тотоу төп хужалыҡ тармаҡтары булған. Балсыҡтан, таштан әйберҙәр яһау, тире иләү, ҡорал, зәргәр әйберҙәр эшләү, тимер ҡойоу, ағас эшкәртеү үҫешкән. Рус дәүләте, Үрге Кама буйы, Көньяҡ Урал халыҡтары, Азия һәм Кавказ илдәре м‑н сауҙа-иҡтисад бәйләнештәре тотҡан. Ҡала архитектураһы алға киткән: таш мунсалар, мәсеттәр һ.б. төҙөлгән. Иң эре ҡалалары — Алат, Арса, Болғар, Иҫке Ҡазан, Ҡашан, Лайыш, Саллы, Тәтеш. Рус дәүләте м‑н һуғыштар алып барған, 1487— 1507 йй. уның вассалы булған. 1521 й. алып Нуғай Урҙаһы, Әстерхан һәм Ҡырым ханлыҡтары союздашы. Көнбайыш башҡорттар Ҡ.х. йоғонтоһо аҫтында булған. Башҡорттарҙың бай ҡатламдары Ҡазан хандарынан тарханлыҡҡа (ҡара: Тархан) ярлыҡ алған. Башҡорттар яһаҡ түләгән, хәрби (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), ылау һ.б. йөкләмәләр атҡарған. 1468 й. Ағиҙел й. буйында рус ғәскәрҙәре м‑н һуғышта Ҡ.х. ғәскәрендә башҡ. тарханы Түләзәй отряды ла ҡатнашҡан. Ҡ.х. тарихы башҡ. легендалары һәм риүәйәттәрендә (“Сура батырҙың рус ғәскәренә ярҙамға барыуы”, “Өмбәт батыр”, “Иван Грозныйҙың Ҡазанды алыуы”) һ.б. сағылыш тапҡан. Ҡ.х. иң билдәле хандары: Олуғ Мөхәммәт (1446 й. тиклем), Мәхмүт (1446— 63), Мөхәммәтәмин (1487—95, 1502— 18). Рус ғәскәрҙәренең 1545—52 йй. Ҡазан походтары һөҙөмтәһендә Ҡ.х. бөтөрөлә һәм уның терр‑яһында Ҡазан һарайы приказына буйһонған Ҡазан өйәҙе төҙөлә. Ҡазандың ҡолатылыуы Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке м‑н инеүе (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) өсөн тәүшарттар тыуҙыра. 

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987; Худяков М.Г. Очерки по истории Казанского ханства. М., 1991.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019